Үткән йылдың йәйендә 41 йәшлек ҡатын бер шешә алкоголь һатып тотола. Әлбиттә уның алкоголь эсемлектәр һатыуға лицензияһы булмай, ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Бер шешә өсөн енәйәт эше лә ҡуҙғаталар икән тип аптырарһығыҙ. Тик улай ғына булмаған шул. Әлегә тиклем “эшҡыуарҙы” ошо уҡ ҡылығы өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырған булғандар. Ул ваҡытта закон боҙоу ҙур штраф түләү менән сикләнгән булған.
Күрәһең кәсеп штрафтан ҡарағанда ла күберәк килем килтерә, ә ҡырын юл һикәлтәле булһа ла үҙенә тарта. Суд та күп уйлап тормай, ҡатынды ярты йыл холоҡ төҙәтеү эштәренә ебәрә. Бәлки тап шулай, законлы рәүештә аҡса эшләргә өйрәнер. Ваҡыт күрһәтер.