Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Апрель 2021, 04:30

“АЛТЫН ЙӘШ”ТӘГЕЛӘР ҺЫНАТМАЙ…

Кеше пенсия йәшенә еттеме алдан ҡайғыра башлай, уның мейеһен “күпме сығыр, артабан эшләтерҙәрме?” тигәнерәк һорауҙар борсой. Күңел төшөнкөлөгөнә лә бирелеп китеүең, сәләмәтлек ҡаҡшауы бар бындай ваҡытта. Ә ҡалабыҙҙа бына өс йыл инде Людмила Алексеевна Возных етәкселегендә хаҡлы ялдағы оло йәштәге кешеләр өсөн эшләп килгән “Алтын йәш” клубы ағзаларына бындай күңелһеҙ күренештәр янамай. Улар аралашып, сараларҙа ҡатнашып, спорт менән шөғөлләнеп, тормоштан йәм табып йәшәй. Ә араларында кемдәр генә юҡ: ябай эшсенән алып инженер, төҙөүсе, уҡытыусы һөнәренән алып етәкселәргә тиклем. Хатта кино йондоҙҙарын да осратырға була улар араһында.

Бында ҡалабыҙҙың төрлө ойошмаларында, предприятиеларында эшләп киткәндәр күнелгә ятҡан шөгөлөн дә, фекерҙәштәрен дә таба. Тәүҙә ҡала китапханаларында башланғыс алған был осрашыуҙар күмәк халыҡ менән үткән байрам сараларында ҡатнашыуға тиклем барып етә икән. Беренсенән, бында 65 йәштән алып 80 йәшлектәр һәм унан өлкәнерәктәр ҙә ихлас йөрөй. Икенсенән, ниндәй генә ҡыҙыҡлы саралар уйлап тапмай улар! Шиғриәт көнөндә Көмөш быуат шағирҙарын иҫкә төшөрһөндәрме, романстар, һуғыш йылы йырҙарын йырлашып ултырһындармы, Ольховка шифаханаһында “Масленица” байрамы ойошторһындармы, Көлкө көнө үткәрһендәрме – береһе лә эҙһеҙ үтмәй. Ҡала буйынса эшләп килгән айырым клубтарҙы Наталья Леонтьева, Татьяна Курбатова, Елена Елисеева, Клавдия Лаврентьевалар етәкләй икән.
Әйткәндәй, Клавдия Владимировнаны ҡалала ла, хатта унан ситтә лә белмәгән кеше һирәктер. Сөнки ул йәш сағында бернисә фильмда, шулай уҡ легендар “Вечный зов” һәм “Золотая речка” фильмдарында төрлө ролдәр башҡарған. Был йәһәттән уны ҡалабыҙ ғорурлығы тиергә лә була.
Ветерандарҙың хәрби рухлы булғанына шаһит БСК үҙҙәренә ҡалабыҙҙың төрлө биҫтәләрендә йәшәгән оло йәштәгеләр өсөн клубтар булдырырға маҡсат ҡуйған. Үрҙә һаналғандарҙан тыш, клубтарҙа Лидия Юрченко, Валентина Кухарева, Светлана Мәмбәтова, Сәкинә Байрамғолова һәм башҡалар төрлө йүнәлештәрҙә эш алып бара. Ә ҡалабыҙҙың мәҙәни сараларын биҙәгән “Оптимистар” хорын ҡалала белмәүселәр һирәктер ул. БСК ярҙамы менән 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ойошторолған “70-се, 80-се йылдар ретроһы” концертынан алған тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты осрашыуға килгән апайҙар.
Әңгәмәбеҙгә Ҡала ветерандар советы етәксеһе Тәлғәт Ғәбитов та ҡушылды:
– Стәрлетамаҡта ҡала ветерандарының ялын ойоштороу, сәләмәт тормош алып барыу буйынса хәстәрлек юғары кимәлдә ҡуйылған. Улар ҡайҙа ғына булманылар. Башҡортостан, Татарстанды арҡырыға-буйға гиҙеп сыҡҡандан һуң, Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәт итеүгә күстеләр. Беҙ күргән изге урындар, музейҙар, мәсеттәр һәм сиркәүҙәрҙең иҫәбенә лә сығырлыҡ түгел, – тине ул. Әйткәндәй, беҙҙең ветерандарҙың барған ерҙәрендә төшкән фотолар тупланған махсус альбом да бар хакимиәттә. Тәбиғәт ҡосағында булһындармы, саңғы шыуһындармы йәки скандинавса йөрөһөндәрме, йырлаһындар-бейеһендәрме – барыһы ла кадрҙа сағылыш тапҡан.
Ысынлап та, күҙҙәре янып, энергиялары ташып торған был апайҙарға ҡарап, уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, мин үҙем дә, бөгөндән үк булмаһа ла, уларға ҡушылырға булдым. Уларҙың рухи көсө, теремеклелеге күңелгә дәрт өҫтәп кенә тора.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас