Проект ҡатнашыусылары иғтибарын форумдың ғилми-ғәмәли өлөшө лә йәлеп итте. Теләге булған һәр кем мөмкинлеген интеллектуаль уйындарҙа һынап ҡараны. Баш ҡаланың Калинин районына ҡараған «Лидер» балалар һәм үҫмерҙәр клубы форумда сатраш уйыны менән сығыш яһаны. Ул үҙәктең уңышлы эшләп килгән төп йүнәлештең береһе. Әле клубта, ғөмүмән, меңгә яҡын бала шөғөлләнә.