Бынан алда Сахалин дәүләт университетының ике студенты үлеме тураһында хәбәр иткәйнеләр. Фажиғә электр йылытыу ҡорамалын дөрөҫ ҡуйылмауы арҡаһында килеп сыҡҡан булған. СахДУ вуз милке комплексының департамент директоры ҡулға алынған. Был ятаҡта һәм күршеләгеһендә йәшәүсе студенттарҙы социаль учреждениеларға урынлаштырғандар һәм дистанцион уҡыуға күсерәндәр.
"Хөкүмәт егеттәрҙе өлкә социаль учреждениеларына урынлаштырыға ярҙам итте. Университетҡа көндөҙгө уҡыу форматын яңыртырға ҡушты. Бының өсөн студенттар ҡасан уҡыуға барасағы күрһәтелгән уртаҡ юл картаһы булдырабыҙ. Тәүҙә беренсе һәм сығарылыш курсы студенттары, ә унан һуң әкренләп ҡалғандары сығасаҡ. Был ваҡытлыса ҡарар", - тиелә өлкә губернаторы Валерий Лимаренко сайтында.
Сахалин өлкәһе хөкүмәте, СахГД һәм РФ мәғариф министрлығы тарафынан студенттар ҡаласығын булдырыу варианты ҡарала, унда 1,5 студент йәшәрлек 30 мең квадрат метр майҙанлы өс корпус төҙөү планлаштырыла.