Республика конкурсында еңеүселәрҙе кисә Радий Хәбиров Өфөлә «Торатау» Конгресс-холында ҡотланы. Ҡотлау тантанаһында Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Алексей Вовченко ҡатнашты. Ул Рәсәйҙең бер төбәгендә лә бындай конкурс буғаны юҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Радий Хәбиров, конкурҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта бара, тип билдәләне. 2019 йылда конкурста ҡатнашыу өсөн 464 ауыл заявка бирһә, ә 2020 йылда инде ҡатнашырға теләүселәр һаны 2 114-гә еткән.
Конкурстың еңеүселәре һәм призёрҙары аҡсалата бүләкләнде. Һәр категорияла беренсе урын алыусылар 5 миллион һумлыҡ сертификат алды, икенсе урын алыусыларға 3 миллион һумлыҡ, өсөнсө урын өсөн – 2 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Ул аҡсаны ауылды төҙөкләндереү өсөн тотонорға мөмкин буласаҡ