Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Апрель 2021, 07:30

“Был – беҙҙең уртаҡ еңеүебеҙ!”

Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы “Айыҡ ауыл – 2020” конкурсында ҡатнашып, 300-ҙән 600-гә тиклем кеше йәшәүсе “Урта тораҡ пункттары” категорияһында беренсе урын яуланы һәм 5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

5 миллион һум аҡса бер ҡараһаң күп тә һымаҡ, ҡайҙа тотонорға тигән һорау тыуғанда, аҙ ғына һымаҡ та күренә. Нисек кенә булмаһын, ул ауылды төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ. Йылға аша Туғай урамына күпер һалырға, зыяратҡа барған юлды йүнәтергә ниәтләнә Күсәрбайҙар. Былтыр ноябрь айында “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеп, республика финалына сыҡҡас, февраль айында эшҡыуарҙар теннис өҫтәле бүләк иткән.
– Был еңеү – бер генә кешенең эше түгел. Барыбыҙ ҙа бер төптән егелеп эшләгәндә генә ауылды берләштерергә мөмкин. Шөкөр, был тәңгәлдә эштәребеҙ ырамлы бара. Ағас ултыртыу, ауылды йыйыштырыу буйынса өмәләр ойоштороу, сканинавса йөрөү – ошонодай файҙалы эштәрҙе бергәләп башҡарабыҙ.
Ошондай яуаплы мәлдә төрлө яҡлап ярҙам иткән етәкселәргә, хеҙмәттәштәремә, ауылдаштарыма ҙур рәхмәтлемен! Бүләкләү тантанаһы ваҡытында күҙ йәштәремдәде тыя алманым, данлыҡлы ауылыбыҙҙың бер ҡыҙы булараҡ, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары кисерҙем, – ти Күсәрбай ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гүзәл Аҡсулпанова.
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас