– Бындай сертификаттар ҡалабыҙҙа 2000 йылдан бирле тапшырыла. Ул һеҙгә торлаҡ һатып алғанда ҙур ярҙам буласаҡ. Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ – иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу – мәсьәләне хәл итеү юлы түгел. Дәүләт йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йүнәлешендә төрлө программалар булдырҙы. Шуға күрә бала табыуҙан тартынмағыҙ, сөнки балалар бер ҡасан да артыҡ булмай. Ил иҡтисады ҡатмарлы ваҡыт кисерһә лә, Хөкүмәтебеҙ халыҡ алдындағы социаль бурыстарҙы үтәүен дауам итә, бөгөнгө хәстәрлек – бының асыҡ миҫалы, – тине ҡала хакимиәт башлығы Владимир Куликов сертификат алған ғаиләләрҙе ҡотлап.
– Бөгөн һеҙ бушлай социаль түләүҙәргә эйә булдығыҙ. Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында демография проблемаларын хәл итеү иң мөһим бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә. Ошоға ярашлы “Демография” милли проекты сиктәрендә күп бала тәрбиәләүсе, социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Һеҙҙең татыу һәм ныҡлы ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт сәләмәт һәм бәхетле балалар үҫеүен теләйем, – тип сығыш яһаны тантанала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Радик Ғәлиев.
Әлбиттә, күптәрҙең ғүмерлек иҫтә ҡалырлыҡ сарала бәхетле ғаиләләр етерлек булһа ла иғтибарымды өс балаһы менән килгән Солтановтар ғаиләһе йәлеп итте. Ғаилә башлығы Азамат 40-сы янғын часында эшләй, ә Әлиә декрет ялында икән.
– Хөкүмәтебеҙҙең йәш ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Торлаҡ сертификаты ипотекабыҙҙың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк, – тип сикһеҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашты бәхетле йәштәр. Ә бит беҙ өйләнешкән саҡта бындай хөкүмәт ярҙамы булғанда, күпме ғаиләләр тарҡалмаған булыр ине, тип уйлап ҡуйҙым эстән генә.