«Ҡала халҡына хәлдең насарланыуына һәм биләмәләрҙе һыу баҫыуға әҙер булырға кәрәк. Йөҙөү сараларын әҙерләгеҙ, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, техниканы, йыһазды, аҙыҡ-түлекте аҫҡы ҡаттарҙан өҫкөһөнә мендерегеҙ, аҙыҡ һәм һыу запасын булдырығыҙ, документтарҙы, аҡсаны герметик төргәккә һалып ҡуйығыҙ», — тип иҫкәрттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта, «112» номерына, Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә (279-90-00 ) йәки үҙегеҙ йәшәгән райондың граждандарҙы яҡлау идаралығына шылтыратырға кәрәк:
Дим районы буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы: 281-13-00;
Киров районы: 251-88-71 йәки 251-48-27;
Калинин районы: 216-52-10 йәки 216-52-11;
Совет районы: 282-30-63 йәки 223-51-81;
Орджоникидзе районы: 242-13-15 йәки 264-72-95;
Октябрь районы: 237-98-67 йәки 237-97-99.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы