Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, өлкәндәр өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимын бөтөрөү хаҡындағы ҡарар бик уйлап ҡабул ителгән. Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә һәм 60 йәштән ололар унда әүҙем ҡатнаша.