Был процедура үткәргес торбаларҙа, компенсаторҙарҙа “көсһөҙ урындарҙы” асыҡлау, йылылыҡ селтәре эшен тикшереү өсөн уҙғарыла. Һынауҙар барышында йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларында температура әкренләп күтәреләсәк. Температураның максималь күтәрелеүе Цельсий буйынса 135 градусҡаса етәсәк
Коммуникацияларҙың теләһә ҡайһы билдәләрен тапһағыҙ ҙа, кисекмәҫтән, йортто хеҙмәтләндереүсе идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмә өсөн телефондар: 8-917-420-64-31, 8 (3473) 20-52-
Максималь температураға һынауҙар буйынса профилактик саралар уҙғарыу арҡаһында йылылыҡ өсөн түләүгә хаҡ артмай, тип белдерәләр «БашРТС»-тан. Үҙәк йылытыу системаһын һынауҙар барышында асыҡланған етешһеҙлектәр йәйге ремонт ваҡытында бөтөрөләсәк.