Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Апрель 2021, 11:55

Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы территориаль һайлау комиссияһын булдырыу тураһында ҡарар

Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы территориаль һайлау комиссияһы составына тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәрҙе ҡарап, «Рәсәй Федерацияһы граждандары һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуҡтары тураһында» ғы Федераль закондың 20-се, 22, 23, 26-сы статьяларына, Башҡортостан Республикаһы Кодексының һайлауҙар тураһындағы 18, 20-се, 21, 25-се статьяларына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2020 йылдың 24 сентябрендәге 158/1-6 номерлы ҡарары менән (04.12.2020 й., 06.04.2021 й. үҙгәрештәр менән) Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар сығара:

  1. Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы территориаль һайлау комиссияһын булдырырға (ошо составта): 1)Батыршина Мария Александровна, 1983 йылдың 11 июлендә тыуған, юғары профессиональ (юридик) белемле, «Итака» юридик фирмаһы» яуаплылығы сикләнән йәмғиәте юрисы, ҒӘҘЕЛ РӘСӘЙ сәйәси партияһы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
  2. 2) Ғималетдинова Әлфиә Юнир ҡыҙы, 1975 йылдың 27 сентябрендә тыуған, юғары профессиональ (юридик) белемле, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының ойоштороу бүлеге начальнигы, муниципаль хеҙмәткәр, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    3) Жаркова Светлана Владимировна, 1964 йылдың 21 февралендә тыуған, юғары профессиональ белемле, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ бүлеге начальнигы, муниципаль хеҙмәткәр, «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    4) Загуменникова Евгения Ивановна, 1980 йылдың 20 сентябрендә тыуған, юғары профессиональ белемле, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы территориаль һайлау комиссияһы секретары, дәүләт граждан хеҙмәткәре, йәшәү урыны буйынса һайлаусылар йыйылышы менән тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    5)Зинченко Валерий Викторович, 1979 йылдың 20 майында тыуған, юғары профессиональ (юридик) белемле, пенсионер, «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы» сәйәси партияһы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    6)Ҡорбанов Артур Радик улы, 1986 йылдың 31 декабрендә тыуған, юғары профессиональ белемле, «Башҡорт сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең 85-се һанлы цехы энергетигы, ЛДПР сәйәси партияһы – Рәсәй либераль-демократик партияһы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    7)Ланина Ольга Анатольевна, 1964 йылдың 23 авгусында тыуған, юғары профессиональ (юридик) белемле, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы, муниципаль хеҙмәткәр, эш урыны буйынса һайлаусылар йыйылышы менән тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    8)Матюхина Марина Николаевна, 1967 йылдың 8 майында тыуған, юғары профессиональ белемле, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы секретары, муниципаль хеҙмәткәр, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    9)Мостафина Римма Мансур ҡыҙы, 1956 йылдың 15 сентябрендә тыуған, урта профессиональ белемле, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы» муниципаль бюджет учреждениеһының персонал һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге менән идара итеү буйынса бүлеге начальнигы, «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы» сәйәси партияһы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    10)Серебряков Алексей Николаевич, 1964 йылдың 29 сентябрендә тыуған, юғары профессиональ белемле, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлегенең урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    11) Сизов Евгений Владимирович, 1980 йылдың 3 октябрендә тыуған, юғары профессиональ (юридик) белемле, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе, дәүләт граждан хеҙмәткәре, территориаль һайлау комиссияһының бынан алдағы составы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    12) Тарасов Сергей Витальевич, 1987 йылдың 15 авгусында тыуған, юғары профессиональ белемле, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ психиатрик дауаханаһы һаулыҡ һаҡлау дәүләт бюджет учреждениеһының медицина часы буйынса баш табип урынбаҫары, эш урыны буйынса һайлаусылар йыйылышы менән тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    13) Федотова Ирина Николаевна, 1961 йылдың 24 майында тыуған, юғары профессиональ белемле, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы маркетинг һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәтенең маркетинг буйынса белгесе, «Граждан платформаһы» сәйәси партияһы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән;
    14)Хисамов Руслан Рауил улы, 1975 йылдың 18 октябрендә тыуған, юғары профессиональ белемле, йорт хужаһы, «Рәсәй Федерацияһы коммунистик партияһы» сәйәси партияһы тарафынан тәғәйенләү өсөн тәҡдим ителгән .
    1. Был ҡарарҙы «Стерлитамакский рабочий», «Ашҡаҙар» гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
    2. Башкортостан Башҡортостан
      Республикаһы Үҙәк һайлау
      комиссияһы рәйесе И.А. Макаренко
      Башҡортостан Республикаһы
      Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. Долматова
      Читайте нас