Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Лариса Сәлихова белдереүенсә, йәшеллекте боҙған өсөн штраф ҡаралған. Граждандар өсөн ул – бер меңдән алып ике мең һумға ҡәҙәр, вазифалы кешеләр өсөн – биш меңдән алып 10 мең һумға тиклем, юридик шәхестәр өсөн 20 меңдән алып 30 мең һумға тиклем тәшкил итә. Киренән эш боҙған осраҡта штраф күләме ике тапҡыр арта.
Төп маҡсат – штрафтар һалыу түгел, ә газон һәм сәскә түтәлдәрен һаҡлау. Бер тапҡыр машина инеп сығыуы күпме кешенең хеҙмәте тыуҙырған матурлыҡты юҡҡа сығара бит. Етмәһә, автомобиль тәгәрмәсенә йәбешеп сыҡҡан тупраҡ юлды бысрата, был ҡала биләмәһендә саң туҙыуға килтерә.
“Автомобилдәрегеҙҙе махсус урындарға ҡуйығыҙ”, – тип мөрәжәғәт итә ҡала кешеләренә хакимиәт вәкилдәре. Был мөрәжәғәтте республиканың һәр ҡалаһында ла ҡулланырға була.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналынан.