Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Апреля 2021, 04:00

Һәр кем дә бәхетле йәшәһен!

Хөрмәтле ҡала халҡы!Ысын күңелдән һеҙҙе урындағы үҙидара көнө менән ҡотлайым! Урындағы үҙидара бөгөн – кешеләргә иң яҡын власть кимәле. Ҡалабыҙҙың һәр кешеһе, һәммәбеҙ ҙә ҡала үҫешенең проблемаларын күреү генә түгел, ә иһә уларҙы хәл итеүҙә ярҙам итә лә белергә тейешбеҙ.

Халыҡтың власҡа ышаныс кимәле, уның хәҙерге заман гражданлыҡ йәмғиәтенең әүҙем өлөшө булыуға әҙер тороуы фәҡәт урындағы үҙидара органдары эшенең сифатынан тора. Әүҙем тормош позицияһындағы кешеләрҙең муниципаль власть органдары менән яҡындан үҙ-ара килешеп эшләүе арҡаһында беҙ көндән көн ғәзиз Стәрлетамағыбыҙҙы күтәрәбеҙ.
Яуаплылыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм ҡала алдында торған бурыстарҙы аңлау ҡалабыҙ халҡы тормошон яҡшыртыу һәм һәр кем бәхетле йәшәһен өсөн мөһим.
Хөрмәтле ҡала халҡы! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Владимир Куликов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас