Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Апрель 2021, 06:06

Өфөлә килешелмәгән митингта 28 кеше тотолдо

Шаршамбы кис көнө властар менән килешелмәгән митингта 28 кеше тотолған. Был хаҡта агентлыҡҡа республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һөйләне.

Уларға 15 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙары ихтимал, ҡабаттан боҙғанда иһә 30 тәүлеккә тиклем һаҡ аҫтына алыуҙары һәм 300 мең түләтеүҙәре мөмкин. Бынан алда киң мәғлүмәт саралары йөҙгә яҡын кешене тотоуҙары тураһында яңылыш мәғлүмәт таратҡайны.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, законһыҙ сараларҙа 500 самаһы кеше ҡатнашҡан. Оппозиция штабтарының бөтә етәкселәре митингтан алдағы көндә сит илгә юлланған.
Башинформ.
Читайте нас