Стәрлетамаҡ һәм Стәрлетамаҡ районы Хәрби комиссариатынан республика йыйылма пунктына саҡырылыш буйынса тәүге төркөм оҙатылды, тип хәбәр итә ҡаланың UTV телеканалы.
Хәрби хеҙмәткә алыныусы егеттәргә уңыштар теләп, Стәрлетамаҡтың данын күтәреп, үҙҙәрен лайыҡлы ил улдары итеп хеҙмәт итергә саҡырҙылар.
"Ҡәҙерле егеттәр! Беҙ һеҙҙе Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ил алдында изге бурыс үтәргә оҙатабыҙ. Ҡораллы көстәрҙә лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ. Республикабыҙ, ҡалабыҙ йөҙөнә тап төшөрмәгеҙ! – тип өндәште буласаҡ һалдаттарға Стәрлетамаҡ һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров. - Мин үҙем дә биш йылға яҡын ғүмеремде казармала үткәрҙем. Һеҙҙең алдығыҙҙа армия хеҙмәтен бер генә йыл үтәү бурысы тора. Илебеҙгә уңышлы хеҙмәт итеп, атай-әсәйҙәрегеҙ янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем, - тип тамамланы һүҙен хәрби комиссар.