Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Апрель 2021, 05:15

Май каникулдарында Башҡортостан судтары нисек эшләй

Май каникулдарында Башҡортостан судтары нисек эшләйәсәге билдәле булды. Республика судтарының Берләшкән матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 4-7 майҙа Башҡортостандың Юғары суды ошо көндәргә билдәләнгән эштәрҙе ҡарай.

«Эштә ҡатнашыусылар суд ултырышына килә алмаған осраҡта, эште ҡарауҙы башҡа көнгә күсереүҙе йәки эште уларһыҙ ҡарауҙы һорап судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин», — тип белдерҙеләр матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостандың район, район-ара, ҡала судтары һәм мировой судьялар ҙа ошондай режимда эшләй.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас