Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Май 2021, 03:10

1 Май шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен!

Хөрмәтле ҡала халҡы!Һеҙҙе Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым! Ул беҙҙең һәммәбеҙ өсөн дә тыныслыҡ һәм төҙөү, изгелек һәм ғәҙеллек, берҙәмлек һәм теләктәшлек символы булып тора. Был байрам ғәзиз ҡалабыҙ, республикабыҙ, илебеҙ сәскә атһын өсөн үҙ хеҙмәте менән ҙур өлөш индергән һәр кем өсөн ҡәҙерле.

Стәрлетамаҡта үҙебеҙҙең ҡала кешеләре төҙөгән йорттарҙа, йыйыштырылған һәм төҙөкләндерелгән биләмәләрҙә, үҙ ҡулдары менән яһалған продукцияла хеҙмәт һөҙөмтәләре күренеп торған һоҡланғыс кешеләр йәшәй һәм эшләй.
Хөрмәтле Стәрлетамаҡта йәшәүселәр! Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ башланғыстарығыҙҙа ла уңыштар, аҡ бәхеттәр һәм именлек теләйем. Был яҙғы байрам йөрәктәрегеҙҙе бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тултырһын әйҙә!
Владимир Куликов,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас