Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Май 2021, 07:40

Йышыраҡ осрашып торасаҡтар

Апрель аҙағында Ҡала мәҙәниәт һарайында УПРАВДОМ форумы үткәйне.

Сарала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә Стәрлетамаҡ йәмәғәтселек контроле үҙәге етәксеһе Булат Вәлиев, БР Дәүләт торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе начальнимгы Артур Дәүләтшин, шулай уҡ идара итеүсе компаниялар вәкилдәре һәм йорт комитеттары рәйестәре ҡатнашты. Форумда милекселәр һәм идара ойошмалары араһындағы килешеү мөнәсәбәттәре мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса граждандарҙың БР Дәүләт комитетына мөрәжәғәттәренә лә иғтибар ителде. Бындай осрашыуҙарҙы кәм тигәндә кварталға бер үткәреп торорға булдылар.
Читайте нас