Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Май 2021, 09:00
Радий Хәбиров: «Коронавирустан вакцинация яһау – төп бурысыбыҙ»
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 7 майҙа уҙғарған республика Хөкүмәтендәге эш кәңәшмәһендә, COVID-19 таралыу ихтималлығын иҫәпкә алып, май байрамдарында республика халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. - Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың май байрамдарында ял көндәрен оҙайтыу тураһындағы ҡарары барыһынан элек коронавирус менән ауырыуҙы кәметеүгә йүнәлтелде, – тине Радий Хәбиров. – Коронавирус инфекцияһына бәйле хәлде республикала тотороҡло тип билдәләйбеҙ. Әммә ләкин ябай ғына санитария ҡағиҙәләрен үтәмәгән хәлдә, сирҙе яңынан йоҡтороу оҙаҡ көттөрмәҫ. Шуның өсөн вакцинация һәм санитария нормалары комплексын үтәү – беҙҙең төп бурысыбыҙ. #Путин #ПрезидентРФ
Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казактың һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә ауырыған 100 кешегә күрһәткестәр буйынса Башҡортостан 82-се урында тора.
– Республикала коронавирус инфекцияһы таралыу буйынса төп һәм өҫтәмә күрһәткестәрҙең фактик торошо әлегә эпидемиологик процесс кәмей тип әйтергә ирек бирмәй, – тип билдәләй Анна Казак. – Донъялағы хәл коронавирустың өсөнсө тулҡыны беҙҙең илде лә урап үтмәйәсәге тураһында дәлилләй.
Мәҫәлән, Башҡортостанда COVID-19-ҙың Британия штаммы менән зарарланыуҙың тәүге осрағы теркәлгән һәм Һиндостандан Өфөгә ҡайтҡан Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары араһында ауырыу сығанағы асыҡланған. Хәл контролдә тотола: ауырып киткән 20 студенттың 11-е һауығып сыҡҡан, туғыҙы - дауаханала. Ауырыуҙы йоҡороусылар менән бәйләнеш булған урындарҙа тейешенсә эпидемияға ҡаршы саралар комплексы уҙғарылған.
***
БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова хәбәр итеүенсә, әле республикала 11 дауалау учреждениеһы үҙ эшен COVID-госпиталь булараҡ дауам итә. Шуның менән бергә инфекция койкалары алты тапҡырға кәметелгән.
Башҡортостанда 158 вакцинация пункты эшләй, шул иҫәптән мобиль пункттар, ялһыҙ эшләйҙәр. Шуға күрә COVID-19-ҙан прививка яһатырға теләүселәр май каникулдарында яһата ала. Вакцина дефициты юҡ.
19 апрелдән
«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк»
акцияһы старт алды. Алты медицина автопоезы алыҫ ауылдарға оҙатылды. Диспансеризация уҙғарыу менән бергә табиптар пациенттарға коронавирустан вакцина яһай.
– Дүшәмбенән башлап Контроль идаралығы инспекторҙары муниципаль һәм социаль учреждениеларҙа санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү буйынса күсмә тикшереүҙәрҙе яңырта, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Йәмәғәт транспортында мотлаҡ контролде көсәйтергә кәрәк.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"