– Ун һигеҙебеҙ ҙә тулмаған малайҙар инек. Йәшлектең ҡайнар ҡаны менән бер ҙә ҡурҡыу белмәнек, пулялар өҫтән яуа, ә беҙ “эләкһә-эләгер” тип йүгерәбеҙ. Ҡурҡмайынса дошманға асыҡтан-асыҡ һөжүм итәбеҙ! – тип хәтер ебен һүтә Фәүәт Сәлимгәрәй улы.
Бер мәл тәмәкеләре бөтә һалдаттарҙың. Эргәлә генә Европаның ташлап киткән ауылдары, ауыл янында тәмәке көлтәләре тора, ун аҙым ғына ул көлтәләргә, әммә дошман да шул сама йыраҡлыҡта йәшеренгән. Хатта шундай мәлдә лә күп уйлап тормай йәш һалдаттар, дошмандың күҙенә ҡарап туп-тура тәмәке барып ала ла, көйрәтеп
ебәрә...
Немецтың яугирлыҡ рухы ҡаҡшамаҫ ерҙән ҡаҡшар бындай мәлдә. Шуға Еңеү хаҡында һүҙ алып барғанда ошондай “малайлыҡ”тың, ҡыҙыулыҡтың роле тураһында айырым телгә алыу һәр саҡ урынлы! Бөйөк Ватан һуғышында иле өсөн, халҡы өсөн хатта ғүмерен биреү ҡиммәте менән батырлыҡ яһаған ун һигеҙ, егерме генә йәшлек батырҙарҙы күп белә тарих!..
– Тора-бара, яуҙаштарҙы юғалта-юғалта йәшәү менән үлемдең ҡәҙерен аңлай башланыҡ. Һуғышырға ла оҫтарҙыҡ, – тип һүҙен дауам итә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Тик дошманды инде кинәнеп ҡыра ғына башлағанда Фәүәт Вәлиев ҡаты яралана:
– Ҡулға бәрҙе бит әй, китте ҡан ағып, санитарҙар шинелде йырттылар ҙа бәйләп ҡуйҙылар, әммә туҡтатырлыҡ түгел, госпиталгә алып киттеләр, ә тышта түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ, хатта бейәләй, шинелде яуҙаштарға ҡалдырып киттем, минең өсөн һуғыш шулай тамамланды. Бындай һүҙҙәрҙән һуң һалдат өсөн еңел һулап ҡуйғандай итәһең, тик һүҙен йомғаҡламай әле яугир олатай, баҡтиһәң, һуғыш тамамланыу ут эсенән сығыу ғына була, ә хәрбилек бурысы тағы әллә нисә йыл дауам итә әле.
Тыуған яғы Стәрлебаш районына бер нисә йылдан ғына әйләнеп ҡайта Фәүәт Сәлимгәрәй улы. Өйләнә, тормош ҡороп ебәрә, колхоз эшенә сума. Бер-бер артлы балалары тыуа, донъя мәшәҡәте баҫа тигәндәй. Әммә күпме йылдар ҙа, мәшәҡәт тә, ҙур эштәр ҙә һуғыш яраларын (һүҙем тән яраһы тураһында ғына түгел) баҫа алмай шул: яуҙа ятып ҡалған ағайы, яуҙаштары әле булһа ла төшөнә инмәй ҡалмай. Хәйер, ул тиклем үлем-мәхшәрҙе кеше аңы һис ҡасан да хәтерҙән юйып ташлай алмаҫ. Был хаҡта
һөйләгәндә ветеран тәрән көрһөнөп ҡуя, шунан беҙгә ҡарап:
– Тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, балалар, уҡығыҙ-эшләгеҙ, матур итеп йәшәгеҙ. Хәҙер ҙә тыныс түгел донъялар, әммә бер үк ул саҡтағы һымаҡ илгә ҡайғы килтерерлек мәхшәр ҡупмаһын инде, – тип тә өҫтәп ҡуя инде туҡһан етеһен ваҡлаған олатай. Тормоштоң ҡәҙерен һуғышта үлем менән баһаларға өйрәнгән, тыныс тормошта икмәк тип Ҡаҙағстан далаларына юл тотҡан ҙур тәжрибәле аҡһаҡалдың һүҙҙәре йөрәккә оран булып килеп бәрелә, бөгөнгө “уҙыш заманы”на ҡарап, тетрәндермәй ҡалмай.
...Фәүәт Вәлиевтың Стәрлетамаҡта төпләнеүенә тиҫтә йылдар булып килә инде. Башта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам итеү дәүләт программаһы буйынса фатир алып, шунда йәшәһә, бөгөн ҡәҙер-хөрмәттә ҡыҙҙарында ғүмер итә.
– Стәрлетамаҡты йәш саҡтан яраттым, ҡулдарҙы туңдыра-туңдыра МТС өсөн яғыулыҡҡа килә торғайныҡ, ул яғыулыҡты алыр өсөн ауылдан алып килгән ашлыҡты тапшырырға кәрәк. Ошо алыш-биреш иткән ер – Стәрлетамаҡ ине, шуға ҡәҙерле лә ул, – ти Фәүәт Сәлимгәрәй улы. Иң мөһиме: ҡайҙа ғына йәшәмәһен, ниндәй ҡала-районды ғына төйәк итмәһен – һәр саҡ ҡәҙер-хөрмәттән төшмәһен ине ветерандарыбыҙ, Еңеү байрамы алдынан ғына түгел...