Подъезд ишеген ҙур итеп астым да таш менән терәтеп киттем. Бөҙрәханала икебеҙҙең эште тамамлағансы ике сәғәт тирәһе ваҡыт үтеп китте. Подъезд асыҡ булыуға ҡарамаҫтан теге еҫ бөтмәгән, һаман аңҡый. Ирекһеҙҙән газ хеҙмәтенә 04 телефоны буйынса шылтыратып, хәлде аңлатырға мәжбүр булдым. «Әлегә машиналар урында юҡ, бушау менән ебәрербеҙ», тинеләр телефондың икенсе осонда. Мин шылтыратҡандан һуң 10 минут та үтмәне, газ хеҙмәткәрҙәре килеп тә еттеләр. Баҡһаң, икенсе ҡаттағы күршенең фатирынан аңҡый икән был еҫ, үҙҙәре өйҙә юҡ. Шулай Газ хеҙмәтендә эшләүсе етеҙ егеттәр мине лә, борсолоу белдергән башҡа күршеләрҙе лә тынысландырып киттеләр. Һәр кем эшенә шулай етди ҡараһын ине.