Осрашыуға Өфөнән дә килеүселәр бар ине. Беҙ уларҙың 12 аҙымы тураһында яҙып сыҡтыҡ, әлбиттә. Улар һәр ваҡыт үҙҙәренең йәки яҡындарының нисек эскесе йәки наркоман булып китеүҙәрен йәшермәй. Миңә уларҙың исемдәре лә мөһим түгел. Мәҫәлән, эргәмдә тура килгән Оксананан күңелен бушатыуын теләп, ҡылын сиртеп ҡараһам да, «Мин әҙер түгел» тигәйне. Аҙаҡ барыбер ҡалғандар һөйләгәндә, ул да асылып китеп, улының «был тоҙаҡҡа» эләгеүен йәшермәне, хатта уның хаҡына Мәскәүҙән күсеп ҡайтҡан икән ул. Ә бына сығышы менән Ауырғазы районынан булған 85 йәшлек Фатима инәйҙе ойошмаға мөрәжәғәт итергә башҡа ҡаланан күсеп килгән ейәне мәжбүр иткән. Әйткәндәй, сығыш яһамаһа ла, ҡарап тороуға матур ғына тәьҫораттар ҡалдырған ул егетте лә күрергә насип булды. Өләсәһе һөйләүенсә, башҡа ваҡыт үҙен бик итәғәтле тотҡан был үҫмер, эсеп алһа нимә ҡыланғанын да белмәй икән. Әбей ойошманы булдырыусыларға, бындағы тырыш ҡыҙҙарға бик рәхмәтле. Шулай уҡ йыйылышты алып барыусыларҙың береһе Гөлшаттың да яҙмышы мине тетрәндерҙе. Ул һүҙен: «Мин бәләкәй саҡта әсәйем яғынан да, атайым яғынан да бөтә туғандарыбыҙ ҙа эскесе ине. Биш йәшемдә мин үҙемде, нисек тә уларға иғтибар итмәйенсә, үҙ алдыма йәшәргә күндерҙем», - тип башланы. Эскелек уны урап үткән тиергә була. Ләкин кейәүгә сыҡҡас, тормош иптәшенең хәмер менән дуҫ булыуы асыҡлана. Мин уны эсеп ултырған барҙарҙан эҙләп табып, һөйрәп тиерлек алып ҡайта инеем», - ти ул. Кем генә, нәмә генә һөйләһә лә бер хәҡиҡәтте аңыма һеңдереп ултырҙым. Яҡындарығыҙ араһында бындай сиргә юлығыусылар булһа, уларҙың был кәмселегенә артыҡ иғтибар итмәй, уларҙы нисек бар - шулай ҡабул итеп, яратырға кәрәк икән. Ҡатын - эскән ирҙе, ир - эскән ҡатынды, әсә - эскән улын йә ҡыҙын, балалар эскән ата-әсәһен яратырға өйрәнергә тейеш булып сыға. Ошо хәлгә үҙҙәрен күндерә алғандарға аҙаҡ яҡындарын ошо «һауығыу» ойошмаларына йәлеп итә алғандарға «бәхет йылмайыуы ихтимал» булып сыға түгелме һуң? Үҙемә эстән генә һорау-яуаптар биреп, мейемде быраулап ултырғанда, бында йыйылғандар араһында таныш йөҙҙө шәйләп шаңҡып ҡалдым. «Юҡ, булмаҫ!» тигән уй йөрәкте телә. Ул ҡыҙ минең артта ултыра ине. Түҙмәнем, «Һеҙ фәлән ерҙә эшләнегеҙме?» тип һораным. Таныуым раҫланғас, «Үҙеңме, туғаныңмы?» тинем. Үҙе эскәнен белгәс тағы ла аптырай төштөм. Шулай беҙ Айгөл менән бында яңынан таныштыҡ. Ул ҡалабыҙҙа мин белгән ойошмаларҙың береһендә буфетта эшләй ине. Яҙмышы уның күптәрҙекенә оҡшаш. Әсәһе ҡалала эшләгән, бала сағы олатаһы менән өләсәһендә, ауылда үткән. Уҡырға барыр ваҡыт еткәс әсәһе уны ҡалаға үҙе янына килтерә. Ул тулы ғаиләлә үҫә. Ләкин 15 йәшенда тәү тапҡыр атаһының үгәй булыуын белә. Үҫмер саҡта уҡ хәмер тәмен татып ҡарай. Бер егет менән йәшәй башлағас, икәүләп эсәләр, шул тиклем айнымай эсәләр, ата-әсәләре килеп икеһен ике йортҡа алып киткәнгә тиклем. Үҙҙәре шул уҡ ваҡытта эшкә лә йөрөй алғандар. Фәҡәт ошо аноним алкоголиктарға йөрөй башлағас, үҙҙәрен ҡулға ала йәштәр, сабыйҙары тыуа. Ире эсеүен бөтөнләй ташлай. Ә бына Айгөл генә юҡ-юғында «ысҡына» икән. Бер нисә тапҡыр кодироваться итеп туҡтаған, дауаханала ла ятып сыҡҡан. “Ирем мине тәрбиәләй-тәрбиәләй арыны”, ти ул. Ғаилә тарҡалыуға тиклем барып етә яҙған. Ә бит ҡарап тороуға алма кеүек матур ҡатын, ни бары 40 йәш уға. Үҙенең хәл-торошона үҙе баһа бирерлек. Балаһы хаҡына булһа ла насар ғәҙәтен ташлар, ғаиләһен дә һаҡлап ҡала алыр һымаҡ… Осрашыу дискотека менән тамамланды. Бындай осрашыуҙарҙа элекке хәмер эсеп күңел асыусылар проблеманы бергәләп сисеү юлдарын эҙләй, үҙҙәренең баштарынан үткәнгәлерме, ошондай уҡ бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер улар.