Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Май 2021, 05:23

ҮҘЕН АЛЛА ТИП ТАНЫТҠАН ҒАЗРАИЛ йәки Күршеләрҙәге бөгөнгө матәм хаҡында

Кисә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ҡот осҡос фажиғә теркәлде. 175-се гимназияла террорсы 7 баланың һәм бер уҡытыусының ғүмерен ҡыйҙы. Ике тиҫтә кеше дауаханала, шул иҫәптән күбеһе ауыр хәлдә. Ә бөгөн республикала – матәм. Был әле гәзит сығып барған мәлгә килгән мәғлүмәт.

...8-се класты тамамлап килгән дүрт егет һәм өс ҡыҙ. Иртән ниндәй уйҙар, ниндәй хыялдар менән юлланған икән улар... хәҙер инде мәрхүм үҫмерҙәр мәктәпкә. Ата-әсәләре ниндәй теләктәр менән оҙатып ҡалды икән дә ниндәй өмөттәр бағланы икән балаҡайҙарына?!. Тик бер мәл өмөттәр ҙә, хыялдар ҙа селпәрәмә килә шул – Кешелек сифатының тамсыһы ла ҡалмаған йәлләд ете уҡыусыны бер-бер артлы атып үлтерә.
Интернет селтәре көн дауамында төрлө мәғлүмәт еткереп торҙо: ҡоралланған һөжүм итеүселәр башта берәү булған тип яҙҙылар, аҙаҡ икәү, хатта өсөнсөһө лә бар тигән хәбәр ҙә булды. Әммә, рәсми сығанаҡтар белдереүенсә, берәү булған – ул 19 йәшлек Илназ Ғәләүиев. Ошо уҡ мәктәпте бынан дүрт йыл элек тамамлаған, колледжда уҡыған, тик “ҡойороҡтары” арҡаһында ҡыуылған. Нисек кенә булмаһын, һөжүм итеүсе хаҡында тыныс холоҡло булған, тиҙәр. Башҡаларға итәғәтлелек күрһәткән, ҡайһы берҙә уҡыған урынында тиҫтерҙәре үҙен йәберләп тә алған. Тик, шулай ҙа нимә сәбәпсе булған һуң бер ғәйепһеҙ балаларға ҡорал тоҫҡарға? Үсме? Үҙен шулай танытыумы? Сирме? Әллә фекерҙәштәр табыумы?.. Хәҙер инде тәфтишселәргә уйларға ҡала. Хәйер, бөтә йәмғиәткә лә...
Шуныһы ла уйландырмай ҡалмай: террорсы бынан ике аҙна элек кенә ҡорал йөрөтөргә рөхсәт ала, ә бер нисә көн алдан, интернет селтәрендә сәхифә булдырып, үҙен Алла тип таныта, башҡаларҙы үҙенә бойһонорға саҡыра, кешеләрҙе бер-береһен ҡырырға өндәй, “Бөгөн мин күпләп био сүп-сарҙы юҡ итәсәкмен һәм үҙемде атып үлтерәсәкмен” тигән ҡот осҡос хәбәр ҙә ҡалдыра ул. Был сир ҙә, үс тә, күрәһең, был ғазраил, шайтандың үҙе Әҙәм сүрәтенә инеүелер ҙә тип уйлап ҡуяһың, ирекһеҙҙән.
Әлбиттә, трагедия кисергән бер кем дә иғтибарҙан ситтә, ярҙамһыҙ ҡалмаҫ, ҡорал тоторға рөхсәт биреү буйынса ла Владимир Путин үҙгәрештәр индерергә ҡушты. Ҡаза күреүсе ут күршеләребеҙ Башҡортостанға килеп артабан һаулығын нығытырға ла ярҙам алды. Башҡа ҙур бәлә килгәндә, шулай берҙәм булырға тейешбеҙ ҙә. Иң мөһиме: бөтәбеҙгә лә был хәл ғүмерлек һабаҡ булһын ине ул. Хайуандарҙы язаларға яратҡан үҫмерҙәрҙе күрмәмешкә һалышҡанда, балаларҙың гаджет тотоп әлегеләй үлтереүселәр тураһында мәғлүмәт ҡарап ултырғанында иғтибар итмәгәндә, эргәлә генә наркотиктар һатҡан иғландар янынан тыныс үтеп киткәндә, үҙ мәшәҡәтебеҙ менән бер ҡайғыһыҙ йәшәп ятҡан бер мәлдә лә уйланһаҡ ине ошондай хәлдәр тураһында...
Әле генә 17 йәшлек кенә атай-олатайҙарҙың фашистарға ҡаршы торғаны хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ та бит, бына тағы яҙабыҙ егермеһе лә тулмаған үҫмерҙең ҡорал тотоуы хаҡында, тик инде ул үҙе фашист сүрәтендә!..
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас