Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Май 2021, 05:13

ТҮЛӘҮЛЕ ТУҠТАУ УРЫНДАРЫНА КЕМ БУШЛАЙ МАШИНАҺЫН ҠАЛДЫРА АЛА?

Республикала юл хәрәкәтен ойоштороу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Тулы мәғлүмәт Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт официаль сайтында урынлаштырылған. Указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.Быны рулдә йөрөгән һәр кеше белергә тейеш.

Документҡа ярашлы түләүле машина урындарына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәки уларҙы йөрөтөүселәр, 1,2 һәм 3-сө төркөм инвалидттары йәки уларҙы йөрөтөүселәр, шулай уҡ күп балалы ғаиләле ата-әсәләр үҙ автомобилдәрен ҡалдырып киткән осраҡта түләүҙән азат ителә. Указ ҡул ҡуйылғандан һуң ун көн үткәс көсөнә инә.
Читайте нас