Медия хәүефһеҙлек буйынса күрелгән саралар 2027 йылға тиклем балаларҙың 99 процентына еткерелгән булырға тейеш. Бының өсөн ҡала һәм район хакимиәттәре бөтә мәктәптәрҙә лә интернет-трафикты фильтрлау ойошторорға тейеш, ә мәҙәниәт министрлығы бөтә афишаларға ла йәш буйынса сикләүҙәрҙе яҙып ҡуясаҡ. Эске эштәр министрлығы социаль селтәрҙәргә мониторинг яһап тыйылған контентты ябасаҡ. Роскомнадзор суидцид, наркотик, закон боҙоу һәм криминаль тормош пропагандаһы алып барған сайттарҙы эҙләп табып ябырға тейешле. Роскмонадзор шулай уҡ теркәлеүһеҙ Wi-Fi менән ҡулланыу нөктәләрен табыу, уларға балалар инә алмаһын өсөн саралар күрәсәк.
Мәктәптәр, иһә, был мәсьәләгә ҡағылышлы класс сәғәттәре һәм дәрестәр ойошторасаҡ.
Барлыҡ саралар балаларҙы үҙ һаулығыңа зыян килтереү, йәмғиәттә үҙ урын табырға ҡамасаулаған һәм йәмғиәткә ҡаршы ҡараш тыуҙырыусы мәғлүмәттән һаҡлап ҡалырға тейеш.