Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Май 2021, 09:30

Өфөлә мина һалынған тигән хәбәрҙәр арҡаһында бер нисә мәктәп уҡыусыларын эвакуациялайҙар

17 майҙа Өфө мәктәптәренә шартлатҡыс һалынған тигән хәбәрҙәр килә башлаған. Атап әйткәндә, баш ҡаланың 29-сы, 130-сы һәм 141-се мәктәптәренә ошондай мәғлүмәт ебәрелгән.

Компетентлы хеҙмәттәр оператив тәртиптә уҡыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялауҙы ойошторған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары кинологтар менән бергә биләмәне тикшерә, ә уҡыусылар социаль селтәрҙә ваҡиға урынынан фотоһүрәттәр менән уртаҡлаша.
Бәхеткә, мина һалынған тигән бер хәбәр ҙә раҫланмай. «Башинформ» агентлығының үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, күпселек «хаттар» Сипайлово биҫтәһе мәктәптәренә килгән, тип хәбәр итә "Башинформ".
Читайте нас