Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Май 2021, 12:35

Башҡортостан һәм Татарстан депутаттары туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшә

Бөгөн Татарстандың Аҡтаныш районында Башҡортостан һәм Татарстан Дәүләт йыйылыштарының мәғариф, мәҙәниәт һәм фән буйынса профилле комитеттары осраша. Йыйылышта ике республика парламенттары спикерҙары, депутаттар һәм йәмәғәтселәр милләттәр теләктәшлеген үҫтереүҙә туған телдең мөһимлеге хаҡында фекер алыша.

Хөкүмәт вәкилдәре Рәсәйҙең белем усаҡтарында туған телдәрҙе уҡытыу сифатын арттырыу юлдарын эҙләйәсәк. Билдәле булыуынса, быға тиклем Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Мәғариф тураһында федераль законға өҫтәлмә рәүешендә милли мәктәптәр статусын раҫлаусы закон проектын тәҡдим иткән ине. Был закон проекты ҡануниәткә «этно-мәҙәни белем биреү ойошмаһы» тигән яңы төшөнсә индерергә тейеш. Дәүләт Думаһы башланғысты хуплап, закон проектын камиллаштырыу өсөн кире ебәрҙе. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова фекеренсә, мәктәптәрҙә туған телдәр дәрестәрен һаҡлап ҡалыр өсөн төбәктәр һәм Рәсәйҙең ата-әсәләр йәмәғәтселеге берләшергә тейеш.

«Был осраҡта беҙгә күп милләтле ата-әсәләр йәмәғәтселегенең берҙәм фекеренә таяныу мөһим. Туған телдәрҙе уҡытыу кәрәклеген бер генә төбәк түгел, ә башҡа милли республикалар һәм региондар яңғыратырға тейеш», — тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Эшлекле ултырыштан тыш, парламентарийҙар Аҡтаныш районында Татарстандың беренсе президенты М.Шәймиевтың йорт-музейы менән танышты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас