Һүҙ балалар баҡсаһы һәм мәктәп тәрбиәләнеүселәре өсөн сығарылыш кисәләрен уҙғарыу тураһында бара. Ғәмәлдәге нормаларға ярашлы, был сараларға коронавирустан прививка эшләткән йәки антиесемдәре булған ата-әсәләр генә индерелә.
Сараны урамда үткәргәндә – социаль дистанцияны һаҡлау һәм битлек кейеп йөрөү, бина эсендә иһә 50-нән күберәк кеше ҡатнашҡан кисәлә терапевтан инфекция сирҙәренең булмауы тураһында белешмә алыу ҙа етә, тип билдәләй партиясылар.
Мөрәжәғәт авторҙары яҙыуынса, республиканың күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреү тәжрибәһе бар, һуңғылары – 1 һәм 9 майҙа, унан һуң сирлеләрҙең күбәйеүе теркәлмәне. Тәжрибәне башҡа сараларҙа ла ҡулланырға мөмкин.
Партияның төбәк бүлексәһе рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров был мәғлүмәтте раҫланы.
«Мөрәжәғәтебеҙҙең асылы – ата-әсәләрҙе балаларының сығарылыш кисәләренә антиесемдәр һәм вакцинация булыуы тураһында белешмәһеҙ, ләкин санитар-эпидемиологик именлек сараларын үтәү – битлек кейеү, социаль дистанцияны һаҡлау шарты менән индереү», – тине ул.
Башинформ хәбәр итеүенсә, коронавирусҡа ҡаршы штабтың киләһе ултырышы шаршамбы, 19 майҙа, була.