Башҡортостан Үҙәк Диниә назаратының матбуғат секретаре Ғәзиз Йосопов билдәләүенсә, аҙыҡ- түлек етештереүҙе хәләл нормаларына килтереү- туҡланыу предприятиеларының һәм Диниә назаратының берлектәге хеҙмәте.
- Балаларҙың ҡайһы берҙәре мәктәп ашханаһына йөрөмәй. Йә ас ултыралар, йә өйҙән тамаҡ ташыйҙар. Мәктәп туҡланыуына дәғүә белдерәләр. Хәләл системаһы үҙе үк аҙыҡтың хәүефһеҙлеген дә талап итәсәк, - тине яуаплылығы сикләнгән “Туҡланыу үҙәге” директоры Ынйы Әхмәҙуллина.
Бынан ары республиканың 42 мең ата- әсәһе мәктәптәге туҡланыу сифаты менән ҡәнәғәт буласаҡ тип фекерҙәре менән уртаҡлашты предприятие етәксеһе.
Мәғариф учреждениеларына хәләл стандартын индереү бизнес вәкилдәренә лә асыҡ һәм сифат өсөн эшләргә юл аса. Был маркировкаға тулыһынса ышанырға буласаҡ, ти белгестәр.Ошо хаҡта Гөлнур Ишбулатова яҙып сыҡты. Был тәжрибәне Стәрлетамаҡта ла ҡулланһындар ине.