Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Май 2021, 12:35

Улар ҙа бит бәхетле торомошҡа лайыҡ

Йыл һайын Рәсәй балалар йорттарынан меңәрләгән тәрбиәләнеүселәр сыға.

Шуларҙың 80-90 проценты – социаль етемдәр, йәғни ата-әсәләре була тороп та йәтим булыусылар. Ирекһеҙҙән: «Ҡайҙа һәм нисек йәшәй һуң улар балалар йортонан һуң?» тигән һорау тыуа. Йәтим балалар йәшәгән ойошманың төп тәғәйенләнеше - балаларҙы өлкәндәр тормошона әҙерләү. Бөтә ойошмалар тиерлек балаларҙы көнкүрешкә яраҡлаштырыу маҡсатында махсус фатирҙар булдырған. Беҙҙең республикала бындай балалар йорттарын ғаилә тәрбиәһенә өйрәтеүгә булышлыҡ итеүсе үҙәктәр тип йөрөтәләр. Бында балалар менән буласаҡ һөнәр һайлауға йүнәлеш биргән эш алып барыла. Балаларҙың ниндәй һөнәрҙе үҙ итеүен асыҡлайҙар. Улар ҡалабыҙ предприятиеларына экскурсияға баралар, күңелдәренә ятҡан эшкә тотоноп ҡарайҙар. Сәфәр һуңында, ҡағиҙә булараҡ, балаларҙың ҡараштары балҡый, киләсәкте уйлай башлай улар. Улар күп һорауҙар яуҙыра, план ҡора башлай, үҙҙәре үк ҡайһы бер мәсьәләләрҙе сисеп ҡуя! Балалар йортонан һуң йәтимдәр һөнәри уҡыу йорттарына уҡырға керә, дөйөм ятаҡтан урын ала. Уларҙы хөкүмәт тулыһынса ҡарай. Балалар үҙҙәренә ашарға әҙерләй, оҡшаған кейем һатып ала, аҡса тотонорға өйрәнә. Ләкин улар (йәтимдәр) башҡа кешеләр менән нисек аралашырға кәрәклекте белеп бөтмәйҙәр, проблема тыуғанда кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклекте лә белеп етмәйҙәр, йәмғиәттә адаптация үтеүҙе лә белмәйҙәр.Балалар йортонан сығыу менән уларҙың законлы вәкәләте булып опека һәм попечителлек органы тора һәм балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына ала. Белгестәр етем балалар торған дөйөм ятаҡтарға барып уларҙың тейешле шарттарҙа йәшәүен тәьмин итә, ашарҙарына бармы-юҡмы, кейемҙәре талапҡа яуап бирәме, бар йәһәттән дә уларҙың көнкүреш шарттарын тикшерәләр. Улар менән әңгәмә үткәреп, ауырлыҡтары бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлайҙар. Һәр баланы банкка аҡса алырға барғанда оҙатып йөрөйҙәр йәки мираҫҡа ингәндә нотариуска алып баралар. Ә инде 18 йәштәре тулғас колледждың дөйөм ятағында йәшәргә теләмәүселәр ата-әсәһе, туғандары йәшәгән фатирға ҡайта һәм шунда йәшәй башлай. Ә ҡалғандар уҡыуҙарын тамамлағансы колледжда йәшәй. Ә инде ата-әсәләре ҡарауынан мәхрүм булған йәтимдәр 23 йәштәре тулғас торлаҡ менән тәьмин ителәләр. Башта уларға дөйөм ятаҡтан ваҡытлыса урын бирелә. Иртәме-һуңмы бындай категорияға ҡараған балаларҙы хөкүмәт бөтә уңайлыҡтары булған фатир менән тәьмин итергә тейеш. Уҡып һөнәр алғас йәтим балалар алдында ике һорау килеп тыуа – эш һәм торлаҡ. Араларында икенсе һөнәр үҙләштереү өсөн уҡыуҙарын дауам итеүселәр ҙә бар. Уҡыуҙы тамамлаған егеттер армия сафтарына саҡырыла. ҡыҙҙар кейәүгә сыға. Кемдер үҙе эш таба, ә кемгәлер ярҙам итеп ебәрергә кәрәк. Улар инде опека һәм попечителлек органына мөрәжәғәт итә. Уларға ҡалабыҙҙың мәшғүллек һәм эш менән тәьмин итеү үҙәгенә юлланма бирелә. Бында уларға эш табышалар йә булмаһа эшһеҙлек буйынса пособие юлларға ярҙамлашалар. Был балалар кисә етем булһа, ә иртәгә һеҙҙең күршегеҙ, коллегағыҙ булып китеүе ихтимал. Улар ҙа бит буласаҡ атайҙар, әсәйҙәр. Һәр ҡайһыһы бәхетле тормошҡа лайыҡ.
Фото:Сергей Крамсков фотоһы.
Читайте нас