Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Май 2021, 05:16

АДМИНИСТРАТИВ КОМИССИЯ ӘҮҘЕМ ЭШЛӘЙ

Ҡалала административ комиссия әүҙем эшләй, аҙна эсендә генә административ хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле 121 протокол төҙөлгән.

Әлеге мәлдә төҙөлгән протоколдарҙың 78-ҙе ҡаралған. Административ протоколдарҙа төҙөкләндереү талаптарын боҙоу -13, газон өҫтөнә машина ултыртып ҡалдырыу – 24, рөхсәт ителмәгән урындарҙа сауҙа ойоштороу – 11, эске эштәр идараһы мәғлүмәттәре буйынса йәмәғәт урындарында тәртип боҙоу – 30 тапҡыр теркәлгән.
Штрафтар суммаһы ла ҙур ғына, ҡала бюджетына 93,1 мең һум инәсәк. Әгәр ҙә түләү ҡағыҙында күрһәтелгән сумма түләнмәгән булһа, эш судҡа оҙатыла. Судҡа оҙатылған материалдар, әлеге ваҡытта 35-кә еткән.
Административ комиссия мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас