Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Май 2021, 05:30

ФӘҠИРҘӘРҘЕ КӘМЕТЕП БУЛЫРМЫ?

Бынан бер нисә йыл элек «Эксперт» агентлығы аналитиктары Рәсәй төбәктәренең фәҡирлек картаһын төҙөгәйне. Беҙҙең республика илдең тағы ла 38 субъекты менән бергә «уртансылар» рәтендә тора, тип яҙып сыҡҡайны улар. Тикшереүселәр мәғлүмәте буйынса Башҡортостанда фәҡирҙәр өлөшө 10,5 проценттан 17,5 процентҡа тура килә. «Төбәктәр буйынса фәҡирлек кимәлен һанап сығарыу өсөн беҙ һәр төбәктең модаль (иң йыш осраған) килеме менән шул төбәк йәшәү кимәле минимумына нисбәтен һанап сығарҙыҡ. Шулай уҡ һәр төбәктең йәшәү кимәленән түбән аҡса килеме булған халыҡ өлөшө тураһындағы мәғлүмәтте Росстаттан алдыҡ», — тигәйне картаны төҙөүселәр.Башҡортостанда модаль (иң йыш осраған) килем төбәктең 1,25 һәм 1,5 йәшәү минимумын тәшкил итә, тип тң белдергәйне улар.

Билдәле булыуынса, илдә ярлылыҡты бөтөрөү дәүләттең төп бурыстарының береһе булып тора. Президент Владимир Путин башланғысы менән индерелгән милли проекттар тап ошо маҡсатта тормошҡа ашырыла ла инде.2030 йылға Рәсәйҙә ярлылар һаны бөгөнгө 13,5 проценттан 6,5-кә тиклем кәмергә тейеш.»Известия» гәзитендәге әңгәмәһендә Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин, аҙ тәьмин ителгән граждандарға адреслы ярҙам өс-дүрт йылда ярлылар һанын ике тапҡырға кәметергә булышлыҡ итәсәк, тип белдерә. « Әйтәйек, кешенең ике йорто, ике машинаһы бар икән, билдәле, уның социаль пособиеға мохтажлығы юҡ.Шуға күрә уны түләү алыусылар исемлегенән төшөрөп ҡалдырған осраҡта, дәүләт ярҙамына ысынлап та мохтаждарҙың йәшәү кимәлен бермә-бер күтәреп була», - ти ул. Беҙгә уның менән килешергә генә ҡала. Проект үтәлгәндә фәҡирҙәрҙең күҙе асылып ҡалырына өмөт бар бит.
Читайте нас