Унда ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы БР Хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Рөстәм Ҡантимеров, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте идаралығының БР буйынса Стәрлетамаҡ бүлеге ветерандары советы етәксеһе Марат Хәкимов, Афғанстан ветерандарның Рәсәй союзы» йәмәғәтселек ойошмаһының Стәрлетамаҡ бүлеге рәйесе Сергей Балмасов, Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың «Набат» йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Илдус Мәнәпов, хәрби ғәскәрҙәр ветерандары һәм уларҙың туғандары, яҡындары ҡатнашты.
Альберт Шәйхетдинов сик һаҡсыларына ҡылған батырлыҡтары һәм ватансылыҡ тойғоһо өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтте, уларҙың һәр заманда ла үҙ ғүмере менән иҫәпләшмәйенсә, артҡа сигенмәй, дошмандың тәүге һөжүмен үҙенә алғанлығы тураһында һөйләне һәм артабан да ныҡлы һаулыҡ теләне. Хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеров Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фәҡәт сик һағы ғәскәрҙәре тәүге алыштарҙа ҡалҡан булып тороуы һәм Ватан сиген һаҡлауҙа һәр ваҡыт алғы сафта булыуҙары тураһында хәтергә төшөрҙө.