Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Ғарифуллин әйтеүенсә, проблемаларҙы хәл итеү өсөн хайуандар өсөн приют асырға кәрәк, тик был объектты төҙөр өсөн аҡса юҡ. Алдан баһаланыуынса, бының өсөн 100 миллион һум тирәһе кәрәк.
Зоояҡлаусылар белдереүенсә, бөгөн ҡалала “Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү” законы нормалары үтәлмәй. Шуға зоояҡлаусылар тоҡом өсөн үрсетелмәгән хайуандарҙы стерилләүҙе тәҡдим итте.
Ҡалала йәшәгәндәр әйтеүенсә, бигерәк тә шәхси секторҙа берәҙәк хайуандар менән проблема киҫкен. Унда эттәр көтөүе менән йөрөй, велосипедсыларға ташлана, кешеләрҙе контейнерҙарға яҡын ебәрмәй.
Түңәрәк өҫтәл һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ветеринария клиникалары мониторингын стерилләү хаҡын билдәләү һәм хайуандарға прививка эшләү, берәҙәк хайуандар мәсьәләһен хәл итеү өсөн ваҡытлыса эш төркөмөн төҙөү, дәүләт органдары менән эшләү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса мониторинг үткәреү хаҡында һөйләшелде. Стәрлетамаҡтағы Йәмәғәт палатаһы вәкиле Евгений Долгихтың әйтеүенсә, ветеринар клиникалар мониторингы палата тарафынан башланған, социаль рекалама ла эшләнә.