Шул уҡ ваҡытта республикала реаль эш хаҡы, 2020 йылдың беренсе кварталы менән сағыштырғанда, 1,1 процентҡа артҡан, тип хәбәр иттеләр Башстаттан.
Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, быйыл мартта республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 39 673 һум булған.
Ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда иң юғары эш хаҡы кокс һәм нефть продукттары етештереүендә эшләгәндәргә тура килә – уртаса 73 234 һум. Иң аҙ хеҙмәт хаҡы элеккесә йыһаз етештереүҙә – 14 940 һум.