- Бер ыңғай “ҡанатлы машинаны” ултыртыу өсөн махсус “өҫтәл” эшләү менән булышам. Һынау үткәреү барышында КА-26 ватан вертолетынан баш тартырға тура килде. Сәбәбе – вертолеттың үтә көслө вибрацияһы ултыртыу барышында техниканың ауыуына килтереүе ихтимал. КА-26-ға алмашҡа “Робинсон 44” һәм “Агуста” тигән ике вертолет килде, - тип аңлатты Эльбрус Ниғмәтуллин.
Спортсы ошо вертолеттарҙың береһен елкәһенә ултыртып, күтәрергә ниәтләй. Әгәр быны эшләй алһа, ул яңы рекорд ҡуясаҡ, тип хәбәр итә "Башҡортостан".
Фото һәм сығанаҡ: mgazeta.com