Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Июнь 2021, 09:05

Коллекторҙар пенсиянан мәхрүм ителергә тейеш!

Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәте үҫеше һәм ижтимағи һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы Виталий Милонов "Мәскәү һөйләй" радиостанцияһы эфирында коллектор эшмәкәрлеге менән мәшғүл булған граждандар өсөн сикләүҙәр индерергә кәрәк тигән фекерен әйтте.

"Берҙәм Рәсәй" партияһынан Дәүләт Думаһы депутаты коллекторҙарҙы пенсиянан мәхрүм итергә һәм теләгән бер вазифаны биләүҙән тыйырға тәҡдим итте.
“Кеше коллектор булып эшләгән икән, ул пенсиянан мәхрүм ителергә тейеш. Сөнки ул - ҡәбәхәт. Мин коллектор булып эшләгән кешене гражданлыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе юридик йәһәттән теркәргә тәҡдим итәм”, - тине ул сығышында.
Р.ЗАМАНОВА
Читайте нас