Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
“Башҡорттар донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәй, үҙҙәренең тарихы, мәҙәниәте, шәхестәре менән ғорурлана ала. Әммә ғорурланыу ғына аҙ, халҡыбыҙ, милләтебеҙ алға барһын, үҫешһен өсөн эшләргә лә кәрәк. Ошо йәһәттән ҡоролтай ғалимдар ярҙамында Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын әҙерләне, барығыҙға ла танышып сығырға тәҡдим итәм. Төбәктәрҙәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәргә ҙур бурыс ҡуйылған - сит тарафтағы милләттәштәребеҙгә рухи һәм мәҙәни ярҙам күрһәтеү тап һеҙгә йөкмәтелгән. Шулай уҡ белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһен дә онотмаҫҡа саҡырам”, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто етәксеһе Гөлназ Мирхәйҙәрова был сараның тәүге тапҡыр уҙғарылыуын билдәләп һуңғыһы булмауына өмөт белдерҙе.