Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Июнь 2021, 02:30

Башҡортостан аша тиҙ йөрөшлө Ҡазан–Екатеринбург автомагистрале үтәсәк

3 июндә Петербургта уҙғарылған халыҡ-ара иҡтисади форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй автомобиль юлдары» («Автодор») дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко менән осрашты. Улар Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш биләмәһе аша үтәсәк Ҡазан-Екатеринбург автомобиль юлын төҙөү проектын тикшерҙе.#Путин

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тиҙ йөрөшлө Мәскәү-Ҡазан магистрален Екатеринбургҡа тиклем һуҙыу тураһында Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Ул был трассаны өс йыл эсендә мотлаҡ төҙөргә кәрәк тип билдәләне. Проект менән идара итеүҙе «Автодор» үҙ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Башлығы осрашыуҙа Рәсәй Транспорт министрлығы яңы трассаның республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары аша үткәрергә тәҡдим ителгән вариантын хупланы, тип хәбәр итте.
– Тиҙ йөрөшлө Ҡазан-Екатеринбург магистрален Башҡортостан биләмәһе аша үткәреү тураһындағы беҙҙең инициативаны хуплағаны өсөн беҙ федераль Транспорт министрлығына рәхмәт белдерәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Проектты тормошҡа ашырыу юл йөрөүҙә ваҡытты шаҡтай ҡыҫҡартырға, транспорт-юл сығымдарын кәметергә, пассажирҙарҙы йөрөтөү сифатын күтәрергә, тышҡы сауҙа бәйләнешен киңәйтергә һәм яҡшыртырға форсат бирәсәк. Шуның менән бергә, республика яңы юлды төҙөүгә ер бүлеп биреү һәм тейешле документтар әҙерләү буйынса бөтә тейешле ярҙамды күрһәтергә әҙер.
«Автодор» идараһы рәйесе Башҡортостандың иҡтисади һәм инфраструктура үҫеше потенциалын юғары баһаланы.
– Беҙҙең селтәрҙе планлаштырғанда беҙ иҡтисади үҫеш үҙәктәренең максималь һанын ҡушабыҙ, шул иҫәптән Ҡазандан Екатеринбургҡа тиҙ йөрөшлө автомобиль юлын үткәреүҙе эшләүҙә. Башҡортостан Республикаһы трасса маршрутын һайлауҙа беҙҙең өсөн мөһим төп үҙәктәрҙең береһе булып тора,- тине Вячеслав Петушенко.
Белешмә:
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстар сиктәрендә Башҡортостан биләмәһе аша М-12 трассаһын оҙайтыу буйынса 200 километр оҙонлоғонда Ҡазан-Екатеринбург магистрале участкаһын үткәреү плпанлаштырыла.
Маршрутты булдырғанда яңы биләмәләрҙе үҙләштереү һәм социаль-иҡтисади эффектты максимизацялау иҫәбенә иҡтисадты үҫтереү мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып торасаҡ. Транспорт-логистик хеҙмәттәр күрһәтеүҙә экономиялау бизнестың республика үҫешенә өҫтәмә инвестиция ресурсы булараҡ ҡаралған шаҡтай ғына средстволарын бушатырға мөмкинселек бирәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас