Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Июнь 2021, 07:35

Пляж һыу инеүселәрҙе көтә

Стәрлетамаҡта һыуҙа күмәк ял итеү урындары билдәләнде. Был - Ашҡаҙар йылғаһындағы ҡала пляжы һәм Ағиҙел йылғаһында «Икебеҙгә бер күк» пляжы.

Граждандарҙы яҡлау секторының төп белгесе Резеда Ефремова әйтеүенсә, ҡала пляжын 10 июнгә асырға уйлайҙар.
"Ошо көндәрҙә ҡала пляжын техник яҡтан таныҡланып, балаларҙың һыу инеү урыны тикшерелде, ҡалҡыуыстар (билдәләр), ҡотҡарыу ҡорамалдары, мәғлүмәт стендтары һәм өйрәтелгән ҡотҡарыусы матростарҙың барлығы тикшерелде. Бөгөнгә санитар-эпидемиолок экспертиза һөҙөмтәләрен көтәбеҙ", - тине Резеда Ефремова.
Авария-ҡотҡарыу станцияһы начальнигы Михаил Цовбундың һүҙҙәренсә, быйыл пляжда биотуалет, душ ҡойоноу кабинаһы ҡуйылған, өс сүп контейнеры урынлаштырылған, мәғлүмәт стенды яңыртылған һәм сертификатланған ҡалҡыуыстар һатып алынған. Һыу инеү миҙгелендә бында 4 матрос-ҡотҡарыусы эшләйәсәк.
Шулай уҡ тыйылған урында һыу инеүселәргә штраф һалыныуы тураһында ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Р.ЙӘЛИЛЕВА.

Читайте нас