Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Июнь 2021, 02:35

Бай тарихлы дәүләттә йәшәйбеҙ

Хөрмәтле ҡала халҡы!Һәммәгеҙҙе лә мөһим дәүләт байрамы – Рәсәй көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Был көн илебеҙҙең милли берҙәмлеген, азатлыҡ һәм мөстәҡиллеген символлаштыра.

Рәсәй – үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм традициялары булған бай тарихлы уникаль дәүләт. Рәсәй халҡы быуаттар дауамында үҙ Ватанына сикһеҙ һөйөүе менән дәүләт нигеҙҙәрен нығытып, ҡалалар төҙөп, бөйөк фәнни асыштар яһап һәм мәҙәниәтебеҙҙе байытып, илебеҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән.
Патриотлыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, дуҫлыҡ, татыулыҡ – Рәсәй халҡына бына ошо күркәм сифаттар хас. Беҙ, Рәсәй именлеге хаҡына һәм илебеҙ сәскә атһын өсөн, ата-бабаларыбыҙ ҡылған батырлыҡтарҙы лайыҡлы дауам итеүселәр булырға тейешбеҙ.
Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы, бөтә йөрәктән һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оло бәхет, уңыштар һәм именлек теләйем! Байрам менән!
Владимир КУЛИКОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас