Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Июнь 2021, 07:30

Гөрләп үтте һабантуй

Үткән шәмбелә Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылы янында бик күңелле һабантуй ойошторолдо. Стәрлетамаҡ районы халҡы һәм ҡунаҡтар сәсеү эштәре тамамланыуҙы һәм йәйге мәшәҡәттәр башланыуҙы шулай киң ҡолас менән байрам итте.

Һабантуй милли байрамы быуаттар буйы халыҡтар дуҫлығына, халыҡтар мәҙәниәтенә ихтирам уятҡан. Байрам майҙанына был юлы ла төрлө йәштәге, төрлө диндәге, төрлө һөнәр эйәләре һәм төрлө милләт кешеләре йыйылды. Стәрлетамаҡта йәшәүсе барлыҡ милләт халыҡтары ла байрамға бик үҙенсәлекле әҙерләнгәйне. Улар теҙелеп киткән тирмәләрҙә сағылыш тапты. Тирмәләрҙең милли калорит менән биҙәлеше байрамға айырыуса йәм өҫтәне. Халыҡ ижады өлгөләренә ижади фантазия ҡушып ебәргәс халыҡ күңеленең бар матурлығы бында күренде, һәр халыҡтың үҙенә генә хас сығыштары күңелдәргә байрам дәрте өҫтәне. Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе төрлө милләт халҡының милли ихаталары һәм башҡорт халҡының этнотирмәһен ҡороу, милли уйындар – тоҡ менән һуғышыу, һырғауылға үрмәләү, милли көрәш, волейбол, футбол уйындары, бау тартышыу, көйәнтәләр менән һыу ташыу һәм башҡа төрлө спорт ярыштары бында йыйылған халыҡтың иғтибар үҙәгендә булды. Шулайҙа, иң көтөп алған ярыш – атта сабышыу булды. Шулай уҡ ауыл хужалығы хайуандары күргәҙмәһе бигерәк тә балалар өсөн ҡыҙыҡлы ине. Бында тауыҡтарҙың ҡытҡылдап йөрөүенән алып балыҡ һөҙөп ҡарарға ла мөмкин булды. Иң мөһиме һабантуйҙа районда йәшәүсе башҡорт, рус, татар, мордва, украин, казаҡ, сыуаш халыҡтарының берҙәм һәм татыу йәшәүе сағылыш тапты. Һәр халыҡ үҙенең милли аштарын, гөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү рәүешен район халҡына ла, ҡунаҡтарға ла күрһәтә алды. Ә тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу һәм дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына, быны һәр кем белә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас