Мәктәп уҡыусылары һөнәр серҙәренә төшөнә. Сығарылыш синыфындағылар өсөн ул бик тә мөһим. Сөнки, оло тормоштағы тәүге аҙымдар уҡыу йортон һайлағандан башлана. Ошо тәңгәлдә, былтыр яңыртылғандан һуң асылған Стәрлетамаҡ ҡалаһының кадрҙар үҙәге балалар менән эш башланы. Улар менән баш белгес-психологтар шөғөлләнә.