Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Июнь 2021, 06:10

ТӨП БАЙРАМДА – ТӨП ДОКУМЕНТ!

Рәсәй көнө алдынан бер төркөм үҫмерҙәргә паспорт тапшырҙылар

Ҡала хакимиәтендә 14 йәштәре тулған бер төркөм мәктәп уҡыусыларына тантаналы рәүештә Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты тапшырылды.
– Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортының фәҡәт илебеҙҙә Рәсәй көнө билдәләнер алдынан тапшырылыуы осраҡлы түгел. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә. Был көн – иреклек, азатлыҡ, граждандар тыныслығы һәм кешеләрҙең йәшәү байрамы. Барығыҙҙы ла байрам менән! – тине ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов үҫмерҙәрҙе ғүмерҙәрендәге иң тантаналы көндәре менән ихлас йөрәктән ҡотлап.
Сарала Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдиновтың һәм урындағы Эске эштәр идаралығынан Андрей Петровтың ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. Яңы ғына Рәсәй Федерацияһы гражданы булып китеүселәр тантана иҫтәлеге итеп күмәкләп фотоға ла төштө. Өлкәндәр үҫмерҙәрҙе тормош ҡайҙа ғына ташламаһын, бер ҡасан да ике тапҡыр алтын, дүрт тапҡыр көмөш ҡала титулына эйә булған Стәрлетамаҡты онотмаҫҡа һәм гражданлыҡ бурыстарына тап төшөрмәҫкә саҡырҙы. Сарала шулай уҡ опека бүлеге етәксеһе һәм уның урынбаҫарының хеҙмәте баһаланды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.
Читайте нас