Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Июнь 2021, 07:30
Дуҫтары менән йылға аша йөҙөп сыҡҡанда 14 йәшлек малай һыуға батып үлде
Өфө йылғаһы аша йөҙөп сығыу һәм иҫән ҡалыу. Шундай ниәт менән үҫмерҙәр Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө янында бер ярҙан икенсеһенә йөҙөп сыҡмаҡсы булған. Дүрт малай маҡсатына ирешкән, ә береһе бата башлаған.
«Дуҫтары уға ярҙам итергә тырышҡан, ләкин файҙаһыҙ. Улар был хаҡта ҡотҡарыусыларға ла шылтыратып әйтә алмаған, сөнки әйберҙәре менән кеҫә телефондары икенсе ярҙа ҡалған», — тип хәбәр иттеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Һәләк булған уҡыусының кәүҙәһе сәғәт ярым эҙләгәндән һуң табылған.
Автор:
IMPORT Сервисный
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"