Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Июнь 2021, 13:00

...Өс быуынды һыйындырҙың...

...Өс быуынды һыйындырҙың Һин үҙ ғүмереңдә. Ике килен төшөрҙөң, бер кейәү ҡаршыланың. алты бала иҙәнеңдә тәпәй атларға өйрәнде. Бер егет ишеңде ипләп кенә япты ла ике йылдан йәшел шинел кейеп ҡайтып инде.

Матур тарихың бай. Шулай ҙа... тик шатлыҡлы йөҙҙәр менән генә шығрым тулманың Һин, төп хужаңды һуңғы юлға оҙатабыҙ, тип, ана, күпме кеше зәңгәргә буялған ишегеңде асты ул көндө.
...Бөгөн Һин инде биш тиҫтәңде тултырҙың, хәйер, төп бурысыңды үтәмәгәнеңә лә сирек быуат үтеп бара инде. Уның ҡарауы Кәрәкһең әле Һин, тимер-томор, йыраҡҡа оҙатҡан балаларыңдың "ҡала сүп-сарын", мал ризығы ҡабул итәһең һаман да (Кем белә, бәлки был һине һаман да һаҡлау өсөн бер һылтау ғыналыр ҙа).

Инде йәшерәк өсөнсө быуын вәкилдәренең серләшер урынылыр ҙа ҡай саҡта. һәр хәлдә, серҙәрҙе күп беләһең инде Һин, уларҙы һаҡлай беләһең!
Эске паҡлығың тышҡы ҡиәфәтеңә сыҡҡандай нисәмә йыл аҡланмаһаң да матурлығыңды юғалтмайһың - ғорур тора бирәһең әле!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас