Юғары комиссар бындай миссия менән Рәсәйҙә тәүгә һәм тап Башҡортостандың һайланыуы осраҡлы түгел. Республика ысын мәғәнәһендә мәҙәниәттәр киҫелеше, Бында бик күп милләттәр төпләнгән һәм уларҙың туғандарса йәшәүе күптәргә үрнәк, тине Кайрат Абдрахманов. 4 миллион кеше йәшәгән Башҡортостанда 160 милләт вәкилдәре көн итә, тип хәбәр итә Баш ньюс.