Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Июль 2021, 06:00

АРМИЯҒА БАРҒАНДАР ҒЫНА ЫСЫН ИР БУЛА!

Беҙ Зөлфиәнең улын оҙатҡан мәлен интернетта осраҡлы ғына күреп ҡалдыҡ. Был йөрәк өҙгөс һаубуллашыуҙы һәр әсә үҙенсә үткәрә торғандыр. Элек армияға киткән егеттәрҙе ауыл менән оҙатып ҡалыр инек. Беҙҙең быуын ундай оҙатыуҙарҙы күрше тирәлә лә, туғандарҙы оҙатҡанда ла күрә килде.

Түгелеп-түгелеп илап ҡалыуҙар, оҙаҡ ебәрмәй тороуҙар... Зөлфиә, киреһенсә, йөҙөнә борсолоу сығармай ғына оҙатып ҡалған. Әлбиттә, әсә кеше эстән генә ут йотоуы билдәле, әммә Әсә йөрәге балаһына ауыр булмаһын тип түҙгән! Иң мөһиме: улы иҫән-имен йөрөп ҡайтһын!
Динислам - Зөлфиә Айнур ҡыҙы менән Илгиз Зөфәр улы Вәхитовтарҙың тәүге балаһы. Түбәнге Уҫылы мәктәбендә белем алғандан һуң, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжын тамамлап та өлгөргән - армияға саҡырыу ҡағыҙын да ҡулына тотторғандар. Атанан күргән - уҡ юнған тигәндәй, улына ваҡытында “әрме һурпаһын” татыған атаһы ла өлгө булып торған. Әйткәндәй, спорт менән егет “Колос” лагерында дүрт йыл ныҡлы шөғөлләнгән.
Оҙатыу кисәһе әле генә булды һымаҡ, әммә әле егет хеҙмәтен башлаған да инде. Иң мөһиме: Ярославль ҡалаһында Динислам яңғыҙ түгел. Уның менән күрше ауыл егете Азат Кәлимуллин да бергә хеҙмәт итә булып сыҡты. Улар көн һайын иртәле-кисле ата-әсәһенең хәлдәрен белешеп торалар. Телефон аша, әлбиттә. Тик Динисламдың етенсе класта уҡыған һеңлеһе генә ағаһының юҡлығына өйрәнеп китә алмай, юҡһына икән.
Һеңлеһе, башҡа туғандары ғына түгел, егетте һөйгән ҡыҙы ла бер йыл көтәсәк, һалдат өсөн был да бик мөһим. Шулай күмәкләп көтөп алырға яҙһын Динисламды!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ғаилә архивынан.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас