Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июль 2021, 04:15

Һөйөп-һөйөлөп, гөрләтеп йәшәгеҙ!

Хөрмәтле ҡала халҡы!Иң изге байрамдарҙың береһе булған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Был байрамды беҙ йыл һайын изге пар Феврония менән Петр Муромскийҙарҙың хәтер көнөндә уҙғарабыҙ.

Ғаилә бәхетенең нигеҙе – ул ғаиләлә бер-береңә ҡарата ышаныс, мөхәббәт, хөрмәт, йылы мөнәсәбәттәр булдырыу һәм гармонияла йәшәү. Беҙ һәммәбеҙ ҙә көндәлек тормоштағы ҡаршылыҡтарҙан арынып һыйынырҙай ышаныслы һәм ныҡлы ғаилә ҡорорға ынтылабыҙ.
Күп балалы, аҫрауға бала алып ҡараған ғаиләләргә ата-әсәлек хеҙмәте, балаларға ҡарата һөйөү һәм хәстәрлек күрһәткәнегеҙ өсөн айырым рәхмәт әйтергә теләйем. Иңгә-иң терәп оҙайлы тормош юлын үткән юбиляр парҙарға рәхмәтемде белдерәм. Һөйөү-сәғәҙәт, өлфәт-мөхәббәткә ҡоролған ғаилә булараҡ, беҙҙең өсөн нәҡ һеҙ өлгө булып тораһығыҙ.
Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы! Һәммәгеҙҙең дә ғаиләһе үҫһен һәм нығынһын әйҙә. Өйҙәрегеҙҙә балаларҙың шат тауыштары тынмаһын, ә яҡындарығыҙҙың йөҙҙәренән бәхетле йылмайыу китмәһен. Һеҙгә оло бәхет, һаулыҡ һәм гөрләтеп йәшәүегеҙҙе теләйем!
В.И.Куликов,
С тәрлетамаҡ ҡалаһы
ҡала округы хакимиәте башлығы
Автор:Роза Сафина
Читайте нас