«Рөхсәт итәм»,- тине президент магистраль буйынса хәрәкәтте асыуҙарын һорауға яуап итеп.
Хәрәкәтте асыу тантанаһында РФ-ның төҙөлөш буйынса вице-премьеры Марат Хөснуллин, «Автодор» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко һәм Мәскәү өлкәһе губернатор Андрей Воробьев ҡатнашты.
Үҙәк ҡулса автомобиль юлын (ЦКАД) төҙөү 2014 йылда башланғайны.